Все новости

Ҡанаттарығыҙ ҡайырылмайынса ғүмер итергә яҙһын

Хәсән менән Светлана ИШМӨХӘМӘТОВтар алтын туйҙарын билдәләй!

Ҡанаттарығыҙ ҡайырылмайынса ғүмер итергә яҙһын
Ҡанаттарығыҙ ҡайырылмайынса ғүмер итергә яҙһын
Зәк-Ишмәт ауылында һикәлтәле ғүмер юлдарынан матур атлаусы, бер-береһен яратышып, күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәүсе, пар ҡанатлы беҙҙең ағайыбыҙ - Хәсән Әнәс улы менән еңгәбеҙ - Светлана Хөрмәт ҡыҙы ИШМӨХӘМӘТОВтар - 50 йыл бергә йәшәп, алтын туйҙарын билдәләй!
Светлана еңгәбеҙ йәштән үк сабыр холоҡло, аҡыллы ҡыҙ була. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән ҡыҙҙы Хәсән ағай тиҙ оҡшата. Оҙаҡ уйлап тормай, 1974 йылдың 20 апрелендә йәштәр гөрләтеп туй үткәрә. Уларҙы һөйөндөрөп бер-бер артлы мөхәббәт емештәре - Айгөл, Гүзәл, Азат, Земфира һәм Илһам исемле балалары яҡты донъяға килә. Хәсән ағайыбыҙ мәктәп директоры, уҡытыусы булып намыҫлы эшләп, лайыҡлы ялға сыға. Светлана еңгәбеҙ ҙә бөтә ғүмерен мәктәптә балалар тәрбиәләүгә бағышлай. Улар балаларының шатлығына һөйөнөп, уларҙы итәғәтле, эшһөйәр итеп үҫтерә, һәр береһенә белем биреп, оло тормош юлына баҫтыра. Бөгөнгө көндә уларҙың өс ейәне бар.
Һеҙҙең киләсәк һәр тыуар таңығыҙ бәхет-шатлыҡ, ҡыуаныстар ғына алып килһен. Һеҙгә бәрәкәтле тормош, бәхетле ҡартлыҡ, тигеҙлек, сәләмәтлек теләйбеҙ. Алда тағы оҙон йылдар пар ҡанаттарығыҙ ҡайырылмайынса ғүмер итергә яҙһын һеҙгә. Балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең уңыштарына һөйөнөп, игелектәрен генә күреп, ҡәҙер-хөрмәткә, иғтибарға, ҡыуаныстарға уралып йәшәгеҙ.
Иң изге теләктәр менән ҡустығыҙ Илдус, һеңлеләрегеҙ Ғәзилә һәм Гөлсөм, еңгәгеҙ Светлана, килендәрегеҙ Люциә, Фәриҙә, Гүзәл, кейәүегеҙ Фәрит һәм уларҙың балалары.
Автор:
Читайте нас: