Все новости

Матур парҙар булып йәшәгеҙ

Апайыбыҙ һәм еҙнәбеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Матур парҙар булып йәшәгеҙ
Матур парҙар булып йәшәгеҙ
Зәк-Ишмәт ауылы
Ҡәҙерле һәм яратҡан апайыбыҙ - Светлана Хөрмәт ҡыҙы һәм хөрмәтле еҙнәбеҙ - Хәсән Әнәс улы ИШМӨХӘМӘТОВтарҙы ғүмерҙәренең күркәм байрамы - алтын туйҙары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ерҙә йәшәү – һынау бит ул, тиҙәр,
Ауырлыҡты бергә еңдегеҙ,
Тормош һуҡмағынан бергә атлап,
Алтын туйығыҙға еттегеҙ!
Хоҙай биргән оло бүләк бит ул –
Тигеҙлектә ғүмер итеүҙәр,
Яҙмыш һалған урау юлдарҙан
Иңде-иңгә терәп үтеүҙәр.
Тормош йөгөн бергәләшеп тартыу
Йәмләндерә йәшәү мәғәнәһен.
Шатлыҡтар ҙа, әрнеп илауҙар ҙа
Бергә кисерелгән, һәммәһе...
Кем һоҡланмаҫ һеҙгә ҡарап бөгөн,
Собханаллаһ, күҙҙәр теймәһен!
Хоҙай һеҙгә үҙе ярҙам иткән
Һайлағанда тормош иптәшен.
Тағын бик күп йылдар тигеҙлектә
Матур парҙар булып йәшәгеҙ,
Сәләмәтлек ныҡлы юлдаш булһын,
Балҡып торһон тормош сәскәгеҙ!
Насип булһын бала, ейәндәрҙең
Игелеген һеҙгә күрергә.
Һәм безгә лә хоҙай яҙһа ине
Бриллиант туйығыҙға килергә!
Ҙур хөрмәт һәм оло рәхмәттәр менән һылыуҙарың, бикәстәрең - Замира менән Вәсилә һәм беҙҙең балаларыбыҙ Фарход, Ирина, Дарина.
Автор:
Читайте нас: