Все новости

Рәхмәт әйтеп баш эйәбеҙ

Әниебеҙ һәм әтиебеҙ матур ғүмер байрамдарын ҡаршылай!

Рәхмәт әйтеп баш эйәбеҙ
Рәхмәт әйтеп баш эйәбеҙ
Зәк-Ишмәт ауылы
Беҙҙең өсөн ғәзиздәрҙән-ғәзиз, ҡәҙерле кешеләребеҙ әнейебеҙ - Светлана Хөрмәт ҡыҙы һәм әтейебеҙ - Хәсән Әнәс улы ИШМӨХӘМӘТОВтар барыбыҙҙы һөйөндөрөп, матур ғүмер байрамдарын - алтын туйҙарын ҡаршылайҙар!
Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙҙе ошо оло байрамығыҙ - алтын туйығыҙ менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙә булған иң йылы, иң изге теләктәребеҙҙе һәм оло рәхмәттәребеҙҙе юллайбыҙ. Алтын ҡулдарығыҙ, изге йөрәктәрегеҙ, яҡты йөҙөгөҙ, бөтмәҫ ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт. Аллаһы Тәғәлә һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм иҫәнлек бүләк итһен. Алда һеҙҙе тағы ла күберәк бәхетле таңдар һәм ҡояшлы матур көндәр көтһөн. Тыуған йортобоҙҙоң нигеҙҙәре һыуынмаһын, тәҙрәләренән гел нурҙар һирпелһен, ҡайғы-хәсрәт уның ишектәрен урап үтһен.
Һеҙ инде ярты быуат ысын мөхәббәттең тылсымын юғалтмай, ҡулға-ҡул тотоношоп, бергә, татыу ғүмер иттәһегеҙ. Илле йыл эсендә: тыштағы һауа торошоноң мөһим түгеллеген, иң мөһиме— күңелдәге гармония, ҡосаҡтар йылыһы, наҙлы һүҙ, һөйөп баҡҡан ҡараш, йылмайыу һәм бер-береңде ҡәҙерләп, хөрмәт итеп, аңлап йәшәү икәнен яҡшы аңлап, үҙегеҙҙең өлгөгөҙ менән беҙгә лә еткерҙегеҙ. Тағы ла оҙаҡ йылдар сәләмәтлектә, оҙон-оҙаҡ йылдар бәхеткә, мөхәббәткә төрөнөп, парлы ғүмер итегеҙ, ҡәҙерлеләребеҙ!
Ҡәҙерлеләребеҙ, беҙ һеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ!
Һеҙ булғанда беҙ бәхетле,
Нигеҙебеҙ нурлы, һөйкөмлө.
Аҙашҡанда һәр саҡ юл күрһәтеп,
Яҡтыртыусы йондоҙ шикелле.
Ауырлыҡтар тыуһа был тормошта,
Кәңәш һорап һеҙгә киләбеҙ.
Һеҙҙән күргән изгелектәр өсөн
Рәхмәт әйтеп баш эйәбеҙ.
Иң изге теләктәр менән балаларығыҙ.
Автор:
Читайте нас: