Все новости

Хәстәрлекле тормош иптәше, атай һәм олатай, абруйлы уҙаман

Салауат БАЙРАМҒОЛОВ 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.

Хәстәрлекле тормош иптәше, атай һәм олатай, абруйлы уҙаман
Хәстәрлекле тормош иптәше, атай һәм олатай, абруйлы уҙаман

Ҡотлоюл ауылы
Яҙҙың матур, ҡояшлы көнөндә беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, атайыбыҙ - Салауат Ғәлиулла улы БАЙРАМҒОЛОВ - 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Ул 1949 йылдың 20 апрелендә Көйөргәҙе районы Ҡотлоюл ауылында 9 балалы татыу ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килгән. Маяҡ ҡасабаһында мәктәп тамамалағандан һуң, Күмертау авиация техникумында уҡый. Хеҙмәт юлын Ташкент ҡалаһындағы авиация заводында башлай.
Совет Армияһында хеҙмәт иткәндән һуң Ырымбур ҡалаһына йәшәргә ҡайта. 1976 йылда ул Күмертау ҡалаһына күсеп, Ҡансура ер аҫтында газ һаҡлау станцияһына эшкә керә. Шул ваҡытта ул сибәр, һөйкөмлө Көйөргәҙе ҡыҙын осрата, ғашиҡ була. Әсәйебеҙ Искәндәрова Фаягөл Һибәт ҡыҙы менән 1977 йылдың октябрендә гөрләтеп туй үткәрәләр һәм яҙмыштарын мәңгегә бәйләйҙәр, ике ҡыҙ балаға ғүмер бүләк итәләр.
Өлкән ҡыҙҙары Гөлфиә дәүләт эшендә яуаплы өлкәлә хеҙмәт итә. Бәләкәй ҡыҙҙары Гөлназ шулай уҡ дәүләт эшендә бына тигән хеҙмәт итә. Әлеге ваҡытта ул декрет ялында. Кейәүҙәре Әҙил менән улар Әмин исемле улдарын үҫтерәләр.
Салауат Байрамғолов ғүмере буйы ғаиләһе өсөн, яҡындары өсөн янып йәшәй. 1991 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы Ямал-Ненец автономиялы округының Губкинский ҡалаһында “Лукойл” ойошмаһында эшләне.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Байрамғоловтар Өфө ҡалаһына күсеп килә. Әлеге ваҡытта Иглин районының Аҡбирҙе ауылында матур йорт һалып, күҙ ҡыҙҙырып, ҡыуанып йәшәп яталар.
Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙең өсөн һәр саҡ оло рухи көс, сыҙамлылыҡ, ныҡышмалылыҡ өлгөһө. Һин эшһөйәр, үҙ һүҙеңә һәм эшеңә тоғро шәхес, хәстәрлекле тормош иптәше, атай һәм олатай, абруйлы уҙаман. Беҙгә йылы мөнәсәбәтең, ҡурсалап тороуың, матур итеп тәрбиәләүең өсөн рәхмәт һиңә, атайыбыҙ. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, ҡәҙерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ.
75 йәшлек күркәм юбилейың менән ҡотлап, һиңә йөрәгебеҙҙән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәһебеҙ килә. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, сикһеҙ бәхеттәр, ҡыуаныстар, үҙеңде яҡшы тойоп, сәләмәт булып, дәртле кәйефтә оҙаҡ йылдар әсәйебеҙ менән татыу ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Барлыҡ туғандарың, яҡындарың исеменән тормош иптәшең Фаягөл, ҡыҙҙарың Гөлфиә, Гөлназ, кейәүең Әҙил һәм яратҡан ейәнең Әмин.

Автор:
Читайте нас: