Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала

Фәнил РЫҪҠОЛОВты ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Оҙаҡ йәшә беҙҙең аралаОҙаҡ йәшә беҙҙең арала
Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала

Холодный Ключ ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ - Фәнил Нурамбик улы РЫҪҠОЛОВты тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең бөгөн яҡты байрамың – тыуған көнөң. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлектең ныҡлыһын, мул, бәрәкәтле тормош, сикһеҙ бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Уйҙарың яҡты, тыуыр таңдарың һәр саҡ аяҙ, күңелең тыныс булһын. Беҙҙең өсөн терәк-таяныс булып, күңел йылыбыҙҙы тойоп, яҡындарыңдың изгелеген күреп, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең ҡәҙер-хөрмәтенә генә төрөнөп, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нимәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, атай,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып
Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Минисара, ҡыҙҙарың Регина, Гүзәл, Алина, улдарың Фидан, Айнур, кейәүҙәрең Олег, Денис, Айнур, килендәрең Наталья, Любовь һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас