Все новости

Оҙаҡ йәшә, мәңге йәш бул!

Зөлфиә УСМАНОВАға иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Оҙаҡ йәшә, мәңге йәш бул!
Оҙаҡ йәшә, мәңге йәш бул!

Абдул ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ Зөлфиә Һибәт ҡыҙы УСМАНОВАны - 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Әсәйебеҙ 45 йыл ғүмерен мәктәпкә бағышлаған. Ул Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны. 20 йыл директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләне.
Һөйөклөбөҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Киләсәктә лә беҙгә терәк булып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәргә насип булһын.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән,
Гөрләп йәшә, матур йәй һымаҡ.
Һин бит беҙҙең өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ.
Оҙаҡ йәшә, мәңге йәш бул,
Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ.
Иң изге теләктәр менән улың Илмир, киленең Ләйсән, ейәнсәрҙәрең Алһыу, Айла.

Автор:
Читайте нас: