Все новости

Пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ

Ләбибә  һәм Юнир УСМАНОВТАРҙың өлгөлө пар булып парлы донъя көтөүҙәренә - 35 йыл!

Пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ
Пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ

Зәк-Ишмәт ауылы
Беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ - Ләбибә Ләбиб ҡыҙы һәм Юнир Азат улы УСМАНОВТАРҙың иңгә-иң терәшеп, матур, өлгөлө пар булып парлы донъя көтөүҙәренә - 35 йыл! Беҙ уларҙы ошо күркәм байрамдары, матур юбилейҙары менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ 1989 йылда ҡауышып, матур ғаилә ҡороп, өс улға ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә биреп үҫтерҙеләр. Бөгөнгө көндә ике ейән, бер ейәнсәрҙәренә бәхетле өләсәй һәм олатай улар.
Ғәзиздәребеҙ, һеҙ беҙгә бар яҡтан да йәшәү өлгөһө, йәшәү үрнәге булып тораһығыҙ. Беҙ ҡайтҡан һайын яҡты йөҙөгөҙ, йылы аштарығыҙ менән ҡаршы алып, күстәнәстәр тейәп оҙатып ҡалаһығыҙ. Киләсәк көндәрегеҙ ҙә өмөт менән тулы булып, ғүмер йомағығыҙ шатлыҡ-hөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерегеҙ, Алла бирһә. Һеҙ булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, биргән кәңәштәрегеҙ менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Һәр саҡ шулай беҙгә үрнәк булып, пар ҡанаттар булып, тыуған нигеҙебеҙҙең нурын һаҡлап йәшәгеҙ. Хоҙай үҙегеҙҙе сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.
Байрамығыҙ менән ҡотлап
Әней, әтей, һеҙгә өндәшәбеҙ
Һәр саҡ шулай беҙгә үрнәк булып,
Пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ.
Иң изге теләктәр менән улдарығыҙ Эрик, Эльвир, Илгиз, килендәрегеҙ Лениза, Лилиә, ейәндәрегеҙ Эмиль, Ленар һәм ейәнсәрегеҙ Самира.

Автор:
Читайте нас: