Все новости

Һәр саҡ шат күңеллле булып ҡал

Нәркәс ЯЛСЫҒОЛОВАны йәшлегенең күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Һәр саҡ шат күңеллле булып ҡал
Һәр саҡ шат күңеллле булып ҡал

Үрге Баба ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған ҡыҙыбыҙ, һеңлебеҙ - Нәркәс Илдус ҡыҙы ЯЛСЫҒОЛОВАны йәшлегенең күркәм байрамы - 25 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һине күркәм байрамың менән ысын күңелдән ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп, донъя рәхәтлектәрен күреп, һәр көнгә ҡыуанып йәшә. Һиңә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, башлаған эштәреңдә һәм яулаған үрҙәреңдә уңыштар теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең! Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңеллле, ярҙамсыл, аҡыллы булып ҡал.Тормошоң сағыу буяуҙарҙан торһон һәм дә барлыҡ теләктәрең тормошҡа ашһын! Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Иң изге теләктәр менән әсәйең, атайың һәм бер туғандарың.

Автор:
Читайте нас: