Все новости

Ҡояш көлһөн күңел күгеңдә

Фәнүз ИҪӘНЧУРИНды матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ҡояш көлһөн күңел күгеңдә
Ҡояш көлһөн күңел күгеңдә

Таймаҫ ауылы
Ҡәҙерле улыбыҙ, мырҙабыҙ, абзыйыбыҙ, туғаныбыҙ Фәнүз Илгиз улы ИҪӘНЧУРИНды матур 55 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә ҡояштай оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, мул, имен тормош, борсоу-хәсрәт күрмәй йәшәүеңде генә теләйбеҙ. Һинең тәртибеңә ике бишле ҡуябыҙ. Үҙең кешегә ярҙамсыл, асыҡ күңелле, яғымлы, ғәҙел, аҡыллы булғаның өсөн беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Ауырыу атайыңды тәрбиәләп ҡарағаның өсөн Хоҙай Тәғәлә һиңә мең-мең сауаптарын бирһен. Биш ейән-ейәнсәргә яратҡан олатайһың, уларҙың да изгелектәрен, игелектәрен күрергә насип итһен.
Бәхет теләп һәр көн таңдар атһын,
Ҡояш көлһөн күңел күгеңдә.
Теләктәрҙең иң-иң изгеләрен
Беҙ юллайбыҙ тыуған көнөңдә.
Был юбилей әле тик бер баҫҡыс
Бейеклеккә барған юлдарҙа.
Сәләмәтлек, бәхет һәм уңыштар
Юлдаш булһын бик күп йылдарға!
Иң изге теләктәр менән әсәйең Рафиға, атайың Илгиз, туғандарың Зәйнуллиндар, Солтангәрәевтар ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас: