Все новости

Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә

Ләйсән ЯЛСЫҒОЛОВАны юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә
Үрге Баба ауылы
Беҙҙең өсөн ғәзиздәрҙән-ғәзиз, яҡын һәм ҡәҙерле кешебеҙ, яратҡан әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ һәм ҡоҙағыйыбыҙ - Ләйсән Марат ҡыҙы ЯЛСЫҒОЛОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп китә. Беҙ ҡайтҡан һайын һинең яҡты йөҙөң, телде йоторлоҡ тәмле һыйҙарың ҡаршы алғанына сикһеҙ бәхетлебеҙ!
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып, тыуған нигеҙебеҙҙең нурын һаҡлап, әтейебеҙ менән оҙон-оҙаҡ парлы ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм ҡоҙаң Радик, ҡоҙағыйың Рәйлә. 
Автор:
Читайте нас: