Все новости

Байрамың ҡотло, тормошоң бәхетле, донъялар имен булһын!

 Мөнирә Фәтих ҡыҙы СӨЛӘЙМӘНОВА күркәм юбилейын билдәләй!

Байрамың ҡотло, тормошоң бәхетле, донъялар имен булһын!
Байрамың ҡотло, тормошоң бәхетле, донъялар имен булһын!

Яманһары ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ - Мөнирә Фәтих ҡыҙы СӨЛӘЙМӘНОВА күркәм юбилейын билдәләй!
Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормошта бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Киләсәктә лә шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, йөҙөңдән йылмайыу китмәһен! Ошо матур байрамыңда һиңә мең рәхмәттәр әйтәбеҙ, беҙҙе аҡыллы кәңәштәреңдән айырмай, оҙон-оҙаҡ бәхетле тормошта йәшәргә яҙһын! Байрамың ҡотло, тормошоң бәхетле, донъялар имен булһын! Көндәрең шатлыҡта, тыныслыҡта үтһен.
Һәр көн һине ҡотлап ҡояш сыҡһын,
Һине наҙлап елдәр иҫһендәр.
Йәшәү матурлығы, йәме булып,
Көн артынан көндәр үтһендәр.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас: