Все новости

Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгегеҙ

Мәүсилә ИСМӘҒИЛОВАны күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгегеҙ
Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгегеҙ

Хөрмәтле коллегабыҙ Мәүсилә Сәмиғулла ҡыҙы ИСМӘҒИЛОВАны күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Хеҙмәттәшебеҙҙе ғүмер байрамы менән тәбрикләп, уға ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Киләсәктә лә яратҡан балаларыңдың изгелеген күреп, тормош иптәшең менән бергә, бәхетле, имен, бәрәкәтле, мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын! Һәр ваҡыт шулай изгелекле, алсаҡ, киң күңелле булып ҡал, йөҙөңдән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен, атыр таңдарың аяҙ, килер көндәрең тыныс булһын. Изгелектәр күреп, тормошҡа һөйөнөп, оҙон ғүмер кисерегеҙ.
Юбилейығыҙ менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр бер көнөгөҙ үтһен бәхет менән,
Йәшәгеҙ шатлыҡтарға төрөнөп.
Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын,
Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгегеҙ,
Ауырлыҡтар һеҙҙе урап үтһен,
Ҡабул булһын һәр бер теләгегеҙ.
Иң изге теләктәр менән Илкәнәй мәктәбе коллективы.

Автор:
Читайте нас: