Все новости

Тормоштан йәм-тәм табып йәшә

Зифа ТУНАСОВАға иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Тормоштан йәм-тәм табып йәшә
Тормоштан йәм-тәм табып йәшә

Яңы Таймаҫ ауылы
Ҡәҙерле апайыбыҙ, һылыуыбыҙ, яратҡан еңгәбеҙ, киленебеҙ Зифа Карамат ҡыҙы ТУНАСОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ изге күңелле, ярҙамсыл, бал ҡортондай уңған, ҡунаҡсыл хужабикә, ғаиләһе, туғандары тип, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн йән атып тороусы оло йөрәкле кеше. Яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, күңел тыныслығында, бәрәкәттә, бәхеттә, татыулыҡта пар ҡанаты менән йәшәүен теләйбеҙ. Һәр ваҡыт та алдағы көнгә өмөт бағлап, тормоштан йәм-тәм табып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен, хәстәрлеген тойоп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшә. Изгелегең, ихлас хәстәрләрең, ярҙамдарың үҙеңә кире әйләнеп ҡайтһын. Донъя мәшәҡәттәренән арымай-талмай, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа туғандар менән йәшәүеңде теләйбеҙ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты нурлыһын.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән апайың Минзәлә, Әлфиә, Рафиҡ, Әнисә, Илнур, Алиса, Юнир, Жанна.

Автор:
Читайте нас: