Все новости

Тыныс булһын кисең, көндәрең

Зөлфиә МИҺРАНОВАны юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Тыныс булһын кисең, көндәрең
Тыныс булһын кисең, көндәрең

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, һөйөклө әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ - Зөлфиә Юнир ҡыҙы МИҺРАНОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 60 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ, һиңә һаулыҡтың - иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең - иң оҙонон теләйбеҙ! Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле терәгебеҙ булып, бәхетле тормошта йәшәргә насип булһын!
Һин булғанға донъябыҙ йәмле, яҡты, бәхетебеҙ тулы. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, һинең алдыңда баш эйеп барыһы өсөн дә рәхмәттәребеҙҙе әйтәбеҙ!
Һинең өсөн гөлдәр сәскә атһын,
Тыныс булһын кисең, көндәрең.
Һайрар ҡоштар һинең өсөн генә,
Бағышлаһан ине көйҙәрен.
Күңелеңә йыйған яҡшылыҡтар,
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә,
Сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Ғәлимйән, ҡыҙҙарың Гүзәл, Әлиә, кейәүҙәрең Артур, Ринат, ейән-ейәнсәрәҙрең Мират, Аделина һәм Радэль.

Автор:
Читайте нас: