Все новости

Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын

Фирҙәт ҒӨБӘЙҘУЛЛИНды күркәм юбилейы менан ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын

Ҡунаҡбай ауылында тыуып үҫкән, Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле һәм иң яҡын кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ - Фирҙәт Ирғәли улы ҒӨБӘЙҘУЛЛИНды - 65 йәшлек күркәм юбилейы менан ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Fүмер миҙгеленең матур байрамында яҡыныбыҙға ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәhендәй аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарының тормошҡа ашыуын, иҫәнлек-hаулыҡта ғүмер итеп, балаларының изгелеген күреп, әсәйебеҙ менән бергә беҙҙе ҡыуандырып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, фәһемле кәңәштәрең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һиңә.
Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙөңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың, ейәндәрең.

Автор:
Читайте нас: