Все новости

Матур көндәр һәм яңы өмөттәр менән ҡаршыларға яҙһын

Тәлғәт ШАҺМАНОВТЫ күркәм ғүмер байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Матур көндәр һәм яңы өмөттәр менән ҡаршыларға яҙһын
Матур көндәр һәм яңы өмөттәр менән ҡаршыларға яҙһын

Күмертау ҡалаһы
Хаҡлы ялдағы хөрмәтле коллегабыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты - Тәлғәт Ғиндулла улы ШАҺМАНОВТЫ күркәм ғүмер байрамы - 65 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Тәлғәт Ғиндулла улы, ғүмер байрамығыҙ айҡанлы бәхеттең мөлдөрәмә тулыһын, һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, эштәрегеҙҙең һәр ваҡыт уңып тороуон теләйбеҙ. Киләсәк иртәләрегеҙҙе бәхеттә, яҡындарығыҙ ҡыуанысында, матур көндәр һәм яңы өмөттәр менән ҡаршыларға яҙһын. Йөрәгегеҙҙән дәрт-дарман, күңелегеҙҙән көс-ғәйрәт китмәһен, ижади ҡәләмдәрегеҙ осло булһын, илһам шишмәгеҙ хис ҡасан ҡоромаһын. Яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, шатлыҡ ҡыуаныстарға төрөнөп, бәхетле киләсәктә, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ!
Ҡотло булһын һеҙҙең юбилейығыҙ,
Күҙҙәрегеҙҙә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөгөҙ,
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итегеҙсе тыуған көнөгөҙҙә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгегеҙҙә.
Ҡотлау менән "Юшатыр"ҙар.

Автор:
Читайте нас: