Все новости

Ғүмереңдең матур сағы

Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ һәм олатайыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ғүмереңдең матур сағы
Ғүмереңдең матур сағы
Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ һәм олатайыбыҙ Тәлғәт Ғиндулла улы ШАҺМАНОВты күркәм юбилейы – 65 йәше менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Изге йөрәкле кеше, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы булыуың менән беҙ бик тә бәхетлебеҙ һәм оло ғорурлыҡ кисерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Һиңә иң мөһиме – ныҡлы һаулыҡ, башҡорт моңондай оҙон ғүмер, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын теләйбеҙ. Киләсәк йылдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып алға тәгәрәһен, киләһе йылдарың яңы ижади һәм ғилми асыштар насип итһен. Яҡындарыңдың терәк- таянысы булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, матур итеп йәшә лә йәшә!
65 йәш – ул ҡартлыҡ түгел,
Ә ғүмерҙең матур сағы,
Бик оҙаҡ йәшә тағы.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ә ғүмереңдең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың,
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле Һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә Һин генә.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Зөләйха, улдарың Айтуған, Айсыуаҡ, килендәрең Рәсилә, Зөһрә, ейән-ейәнсәрҙәрең Салауат, Илиза һәм Камила.
 
Автор:
Читайте нас: