Все новости

Әней - өйҙөң йылыһы, әтей - донъя терәге

Флюс менән Рисәлә ШАКИРОВТАРҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Әней - өйҙөң йылыһы, әтей - донъя терәге
Әней - өйҙөң йылыһы, әтей - донъя терәге

Яңы Муса ауылы
Ҡәҙерле әтейебеҙ, ҡартатайыбыҙ Флюс Зиннәт улы менән һөйөклө әнейебеҙ, ҡартәнейебеҙ Рисәлә Ғөмәр ҡыҙы ШАКИРОВТАРҙы иңгә-иң терәшеп, бергә ғүмер кисереүҙәренә 50 йыл тулыу менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Яҡындарыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар, балаларының, туғандарының ҡәҙер-хөрмәтен, иғтибарын, һөйөүен күреп, бәрәкәтле, имен тормошта бәхетле оҙон ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ!
Алдағы тормошоғоҙ ҙа яҡты, аяҙ көндәрҙән, шатлыҡтарҙан ғына торһон. Беҙ һеҙҙе ныҡ итеп яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, барыһы өсөн дә рәхмәтлебеҙ! Бала саҡтан ел-дауылдан һаҡлап, тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙығыҙ. Алла бирһә, киләсәктә лә иңгә-иң терәшеп, беҙҙең менән бергә оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Беҙҙең өсөн һәр саҡ үрнәк һеҙ!
Әней бит ул - өйҙөң йылыһы,
Әтей - донъя терәге.
Әтей менән әней бергә булһа,
Тыныс була бала йөрәге.
50 йыл иңде-иңгә ҡуйып,
Бергә тартып тормош арбаһын
Бер-берегеҙҙе һөйөп, беҙгә үрнәк булып
Һәр саҡ туры юлдан барағыҙ.
Сәләмәтлек ташламаһын һеҙҙе,
Һәр бер көнөгөҙ үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һеҙгә ҡартлыҡта.
Иң изге теләктәр менән улдарығыҙ, килендәрегеҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.

Автор:
Читайте нас: