Все новости

Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен

Нәзирә менән Марат БҮЛӘКОВТАРҙы ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен
Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен

Яңы Муса ауылы
Ҡәҙерле апайыбыҙ Нәзирә Биктимер ҡыҙы менән һөйөклө еҙнәбеҙ Марат Шәкүр улы БҮЛӘКОВТАРҙы иңгә-иң терәшеп йәшәүҙәренә 50 йыл тулыу менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле апай һәм еҙнә, һеҙ күпме юлдар үттегеҙ ҙә, күпме һыуҙар кистегеҙ. Ауыр миҙгелдәрҙә лә бер-берегеҙгә терәк, бер-берегеҙгә кәрәк булып, ярты быуат йәшәйһегеҙ! Тормоштоң ниндәй генә ауырлыҡтары булмаһын, бирешмәнегеҙ, һынманығыҙ, һығылманығыҙ, намыҫлы хеҙмәт юлы үттегеҙ. Алдағы көндәрегеҙ ҙә шатлыҡтарҙан, аяҙ көндәрҙән генә торһон. Иҫәнлек һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ һеҙгә, апай һәм еҙнә!
Һеҙгә булған рәхмәттәребеҙҙе һүҙ менән генә әйтеп бирергә мөмкин түгел. Беҙҙең өсөн ҙәр са үрнәк һеҙ, кешеләргә ихтирамлы булдығыҙ. Һеҙгә сәләмәтлек, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Бер-берегеҙгә булған йылы хистәрегеҙ олоғайған көндәрегеҙҙә лә юғалмаһын, иңде-иңгә ҡуйып ярты быуат татыу ғүмер кисергән кеүек алға табан да пар ҡанатларығыҙ ҡайырылмаһын. Балалар игелеген күреп, оҙаҡ йылдар, ғүмер кисерһәгеҙ ине.
Һеҙҙең тормош юлы - матур тарих,
Күптәр өсөн өлгө булырлыҡ!
Рәхмәт, тибеҙ бар йөрәктән,
Һеҙҙең ғүмер - беҙҙең ғорурлыҡ!
Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,
Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен.
Тормош шишмәләрегеҙ сылтырап аҡһын,
Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен!
Иң изге теләктәр менән һеңлеләре Альмира, Гөлнара, Дания һәм уларҙың кейәүҙәре, балалары.

Автор:
Читайте нас: