Все новости

Аҡ бәхеткә төрөнөп йәшәгеҙ

Лениза УСМАНОВАны йәшлегенең күркәм байрамы менән ҡотлайбыҙ!

Аҡ бәхеткә төрөнөп йәшәгеҙ
Аҡ бәхеткә төрөнөп йәшәгеҙ

Яҡут ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ, яратҡан һылыуым, балдыҙым һәм хәстәрлекле апайыбыҙ - Лениза Радик ҡыҙы УСМАНОВАны йәшлегенең күркәм байрамы - 35 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң йылы, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш, уңған, маҡсататрына ирешеүсән, уҡып ҡулына дипломдар алып, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөй. Зәк-Ишмәт ауылы егете, кейәүебеҙ Эрик менән матур донъялар ҡороп, ике ул үҫтерәләр.
Ҡәҙерлебеҙ, һине күркәм байрамың менән ысын күңелдән ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, кейәүебеҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп, балаларығыҙҙың игелектәрен генә күреп йәшәгеҙ. Һеҙгә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, башлаған эштәрегеҙҙә һәм яулаған үрҙәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең! Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңеллле, ярҙамсыл, аҡыллы булып ҡал.Тормошоң сағыу буяуҙарҙан торһон һәм дә барлыҡ теләктәрең тормошҡа ашһын! Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ,
Һин иҫән-һау ғына булғанда!
Иң изге теләктәр менән Мөлөковтар ғаиләһе: апайың Резеда, еҙнәң Илһам һәм беҙҙең балаларыбыҙ Айнур, Ислам, Илнар.

Автор:
Читайте нас: