Все новости

Һин – был донъяла бер генә

Фәүзиә РӘХИМҒОЛОВАны тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Һин – был донъяла бер генә
Һин – был донъяла бер генә

Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Фәүзиә Йосоп ҡыҙы РӘХИМҒОЛОВАны ғүмер байрамы - тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең ғәзиз кешебеҙ тормошобоҙҙо яҡтыртып барыусы маяҡ, донъябыҙға нур һибеүсе ҡояш төҫлө - уның менән яҡты ла, йылы ла, тыныс та, рәхәт тә. Беҙ һәр ваҡыт әсәйебеҙҙең аҡыллы, төплө кәңәштәренә таянабыҙ, көслө рухлы, сабыр булыуын хөрмәт итәбеҙ, изгелеге, кешеклелеге алдында баш эйәбеҙ, миһырбанлы, итәғәтле булыуына һоҡланабыҙ. Киләсәктә лә тормошобоҙҙоң йәме, тыуған нигеҙебеҙҙең ҡото булып, оҙон ғүмер итеүеңде теләп ҡалабыҙ. Әсәйебеҙ, һиңә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, ҡартайған көнөңдә балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, күңел йылыһын тойоп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йәшә. Һин булғанға беҙгә тыныс, донъя бөтөн.
Хоҙай Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын һиңә, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, беҙгә йәшәү нуры биргәнең өсөн. Оҙон ғүмер, тән сихәте, һаулыҡ, күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйенсә, беҙгә, балаларыңа, йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ.
Сәстәреңә, әсәй, сал керһә лә,
Һин бит беҙҙең йөрәк түрендә.
Оҙаҡ йәшә, әсәй, ауырымайынса,
Һин – был донъяла бер генә
"Әсәй" - шуның менән барыһы әйтелгән.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Әлиә, улдарың Айҙар, Әнүәр, киленең Рина, ейән- ейәнсәрҙәрең Инна, Эмилия, Альмир, Айла.

Автор:
Читайте нас: