Все новости

Һәр яңы көн бәхет алып килһен

Гөлсинә МӨХӘМӘТЙӘНОВАны ихлас йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Һәр яңы көн бәхет алып килһен
Һәр яңы көн бәхет алып килһен

Таймаҫ ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Зәк-Ишмәт ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ, әнейебеҙ, ҡәйнәбеҙ һәм хәстәрлекле өләсәйебеҙ - Гөлсинә Сайфулла ҡыҙы МӨХӘМӘТЙӘНОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 55 йәшлек матур юбилейы менән ихлас йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ тырыш, алсаҡ йөҙлө, ихлас күңелле, бик сабыр һәм итәғәтле кеше. Ул 35 йыл ғүмерен балалар баҡсаһында эшләүгә бағышланы, кескәйҙәргә күңел йылыһын биреп, уларҙы ысын кеше итеп тәрбиәләне. Ғәзизебеҙ тормош һынауҙарына бирешмәй, һынмай, бөгөлмәй, балаларым, тип тырышып донъя көтә. Бөгөнгө көндә әнейебеҙ бәхетле әней, ҡәйнә һәм өләсәй, балалары һәр береһе тормошта үҙ юлын табып, уны ҡыуандырып йәшәп яталар.
Ҡәҙерлебеҙ, һине оло байрамың — 55 йәшлек юбилейың менән ысын күңелдән ҡотлап, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғаилә шатлығы, аҡ бәхеттәр, барыбыҙҙың да күңел йылыһын тойоп, игелектәр күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисерүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыусаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, күк йөҙөң һәр саҡ аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, беҙҙе һөйөндөрөп йәшә, әнкәй.
Һәр яңа көн бәхет алып килсен,
Алсу таңнар күмсен шатлыкка.
Яшәү дәрте янсын йөрәгеңдә,
Картаерга һич тә ашыҡма.
"Әнкәй" диеп әйтер кешең булу
Нинди бәхет бит ул дөньяда.
Шатлыкларың булса — уртак була,
Кайгыларың булса — югала.
Уйлама әле картаям дип,
Шат-көләч бул, сүнмә-сүрелмә.
Кадер-хөрмәт күреп үтсен гомерең,
Урыннарың булсын гел түрдә.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Әлиә, Гөлиә, улың Линар, кейәүҙәрең Байрас, Рөстәм, киленең Әлиә, ейән-ейәнсәрҙәрең Әминә, Алмаз, Вадим, Айлин.

Автор:
Читайте нас: