Все новости

Аҡ сәскәләр кеүек ап-аҡ булһын һинең бәхетең

Гүзәлиә АЛТЫНБАЕВА матур юбилейын билдәләй!

Аҡ сәскәләр кеүек ап-аҡ булһын һинең бәхетең
Аҡ сәскәләр кеүек ап-аҡ булһын һинең бәхетең

Минең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған апайым - Гүзәлиә Мөхәрәм ҡыҙы АЛТЫНБАЕВА - 55 йәшлек матур юбилейын билдәләй!
Апай, һине матур ғүмер байрамың менән ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Тыуар таңдарың тыныс, hаулыгың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын! Ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон ғүмер итеүеңде теләйем, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген күреп йәшәргә яҙһын Хоҙай. Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр менән мул тормышта йәшәүеңде теләйем!
Юбилейың менән ҡотлап,
Теләйбеҙ һиңә теләк.
Бул һин шулай гел ярҙамсыл,
Туғандарыңа терәк.
Теләйбеҙ оҙон ғүмерҙәр,
Теләйбеҙ ныҡлы һаулыҡ.
Беләбеҙ бит бөтәбеҙ ҙә
Ныҡлы һаулығың-байлыҡ.
Аҡ сәскәләр кеүек ап-аҡ
Булһын һинең бәхетең.
Яндарыңда көлөп торһон
Еҙнәй - хәләл ефетең.
Балаларың иҫән булһын,
Имен булһын донъялар,
Иман инһен йортоғоҙға,
Яңғыраһын доғалар!
Ҡотлау менән Яңы Таймаҫ ауылынан һылыуың Альбина

Автор:
Читайте нас: