Все новости

Киләсәгең йыр кеүек матур булһын

Гүзәлиә АЛТЫНБАЕВАға иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Киләсәгең йыр кеүек матур булһын
Киләсәгең йыр кеүек матур булһын

Таймаҫ ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә тормош иптәше менән матур донъя ҡороп Илкәнәй ауылында йәшәүсе яҡыныбыҙ, һөйөклө һылыуыбыҙ, апайыбыҙ, балдыҙыбыҙ - Гүзәлиә Мөхәрәм ҡыҙы АЛТЫНБАЕВАны ғүмеренең матур байрамы - 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Тырыш, уңған, изге күңелле, туған йәнле, ярҙамсыл ҡәҙерле кешебеҙгә - һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, беҙҙең күңел йылыһын тойоп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөлөп үтһен, алдыңа ҡуйған маҡсаттарың гел шулай тормошҡа ашып торһон!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға.
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңа.
Иң изге теләктәр менән Вәлидовтар, Хәлиловтар, Рыҫҡоловтар һәм Килметовтар ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас: