Все новости

Һин - яҡты ҡояш, нурлы ай

Розалия БАЙҒОТЛИНАны ихлас ҡотлайбыҙ!

Һин -  яҡты ҡояш, нурлы ай
Һин - яҡты ҡояш, нурлы ай

Ялсыҡай ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә ғаиләһе менән Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ, ҡыҙым, һылыуыбыҙ, апайыбыҙ - Розалия Фанияз ҡыҙы БАЙҒОТЛИНАны ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарында һөйөнөп, балаларыңды һөйөндөрөп, туғандарыңдың изгелеген күреп бәхетле, оҙон ғүмер кисерергә яҙһын. Йәшеңә йылдар өҫтәлһә лә, дәрт-дарманың оҙон-оҙаҡ йылдарға етһен, йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен.
Бәхеткә, шатлыҡҡа күмелеп,
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп,
Йәшә һин, мәңге нур булып.
Һин бит беҙҙең һәммәбеҙгә
Яҡты ҡояш, нурлы ай кеүек.
Бәхет-шатлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек,
Юлдаш булһын һиңә ғүмерлек.
Иң изге теләктәр менән әсәйең һәм барлыҡ ағай-апайҙарың, еҙнә-еңгәләрең һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: