Абдул ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан әнейебеҙ, ҡәйнәбеҙ, хәстәрлекле ҡартәнейебеҙ - Рәсилә Фатҡылбаян ҡыҙы АҠСУРИНАны ғүмеренең күркәм байрамы - 60 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде, тырышлығыңды, уңғанлығыңды әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ, йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең, кәрәкһең. Һин беҙҙең өсөн сабырлыҡтың ысын өлгөһө, тормош һынауҙарына бирешмәй, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, әтейебеҙ менән парлы ояла беҙ, балаларығыҙға лайыҡлы тәрбиә биреп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырҙығыҙ.
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле, мул тормошта, беҙгә терәк булып, тыуған нигеҙебеҙҙең нурын һаҡлап, әтейебеҙ менән оҙон-оҙаҡ, парлы ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ,
Һин иҫән-һау ғына булғанда!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың Нәфис, Фәнүс, Илгиз, Нәйлә, кейәүең Рифат, киленең Фидалия, ейән-ейәнсәрәҙрең Рияз, Риназ, Кәрим, Самира.