Яңы Таймаҫ ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ - Сафыя Сәхей ҡыҙы АБДУЛЛИНАны - 80 йәшлек юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Әсәйебеҙ 40 йылдан ашыу ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышланы. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләне, уның уҡыусылары республикабыҙҙа уҙғарылған төрлө конкурстар, олимпиадаларҙа гел беренсе урындар яуланылар. Уның намыҫлы хеҙмәт юлдары бихисап диплом, маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары менән билдәләнгән, ул хеҙмәт ветераны ла. Әлеге ваҡытта әсәйебеҙ хаҡлы ялда.
Ике бала үҫтерҙе әсәйебеҙ: бер ул, бер ҡыҙ. Әлеге ваҡытта, ҡәҙерле әсәйебеҙ донъянан артта ҡалмайым тип гәзиттәр, китаптар күп уҡый, телевизорҙағы яңылыҡтарҙы ҡалдырмай.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ошо матур байрамыңда ныҡлы сәләмәтлек, именлек, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Киләсәктә лә беҙгә терәк булып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәргә насип булһын.
Ҡәҙерле, Әсәкәйем!
Күҙ нурыңды түктең беҙҙең өсөн,
Йөрәк йылың булды гел юлдаш.
Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,
Беҙҙең өсөн бәхет һин булғас.
Һин - ерҙәше ҡояш беҙҙең өсөн,
Наҙ, хәстәрлек бөркә йөҙөңдән!
Бергә ҡылған барлыҡ изгелегең
Игелектәр булып ҡайтһын үҙеңә!
Иң изге теләктәр менән улың Рәфис, киленең Ләйсән, ейәнсәрҙәрең Мөслим, Таир.