Все новости

Бәхеттең олоһон, ғүмерҙең оҙонон теләйбеҙ

Әлфиә ТАЙМАСОВАны ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Бәхеттең олоһон, ғүмерҙең оҙонон теләйбеҙ
Бәхеттең олоһон, ғүмерҙең оҙонон теләйбеҙ

Ялсыҡай ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында ғаиләһе менән матур донъя ҡороп, бәхетле ғүмер итеүсе ҡәҙерле кешебеҙ, яратҡан ҡыҙыбыҙ, һөйөклө тормош иптәшем, әнейебеҙ, һылыуыбыҙ, хәстәрлекле апайыбыҙ, инәйебеҙ - Әлфиә Фанияз ҡыҙы ТАЙМАСОВАны йәшлегенең матур байрамы - 35 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Тырыш, уңған, изге күңелле, ярҙамсыл ҡәҙерле кешебеҙгә - һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, беҙҙең күңел йылыһын тойоп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөлөп үтһен, алдыңа ҡуйған маҡсаттарың гел шулай тормошҡа ашып торһон!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға.
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңа.
Иң изге теләктәр менән әнейең, тормош иптәшең, балаларың һәм барлыҡ туғандарың.

Автор:
Читайте нас: