Яҡуп ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Ермолаево ауылында йәшәүсе ҡәҙерле мырҙамды - Рәшит Яҡуп улы ЯҠУПОВты - ғүмеренең күркәм байрамы - 70 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайым!
Беҙҙең яҡыныбыҙ һәр ваҡыт ҡуйылған маҡсаттарына ирешеүсән булыуы, тырышлығы, һәр эште еренә-еткереп башҡарыуы менән айырылып тора. Ҡайҙа ғына эшләһә лә һәр ерҙә лә үҙ эшен еренә-еткереп, намыҫлы башҡарҙы, гел маҡтауға лайыҡ булды. Моңло тауышлы, йыр-моңға ла маһир ул, гармунда ла өҙҙөрөп уйнай, туған йәнле, изге йөрәкле яҡыныбыҙ.
Алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл, ҡәҙерле мырҙама - һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйем. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп, ҡәҙер хөрмәттә йәшә. Уйҙарың яҡты, тыуыр таңдарың һәр саҡ аяҙ, күңелең тыныс булһын. Йөҙөңдән бер ҡасан да йылмайыу, бәхет нуры китмәһен. Беҙгә терәк-таяныс булып, күңел йылыбыҙҙы тойоп, яҡындарыңдың изгелеген күреп, ҡыуаныстарға һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән ағайың Ришат Яҡуп улы.