Все новости

Аяҙ булһын һәр саҡ күк йөҙөң

Минзилә АҠҺАРОВАны ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Аяҙ булһын һәр саҡ күк йөҙөң
Аяҙ булһын һәр саҡ күк йөҙөң

Яҡшымәт ауылы
Ҡәҙерле кешебеҙ Минзилә Әнүр ҡыҙы АҠҺАРОВАны ғүмеренең күркәм байрамы – 55 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һөйөклөбөҙ, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тныслығы, ғаилә шатлығы, аҡ бәхеттәр, барыбыҙҙың да күңел йылыһын тойоп, игелектәр күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, күк йөҙөң һәр саҡ аяҙ булһын. Артабан да тормош иптәшең менән тигеҙ, парлы ғүмерҙәр менән, яҡындарың хөрмәтендә йәшәргә яҙһын.
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң,
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Шулай уҡ ҡәҙерле улыбыҙ, мырҙабыҙ Фидан Роберт улы БУЛАТОВты ла тыуған көнө менән ихлас ҡотлап, иң изге тетләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Киләсәктә лә яҡындарың менән бергә шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә күмелеп йәшәргә насип итһен Хоҙай тәғәлә!
Иң изге теләктәр менән әнейең Фәниә, абзыйҙарың Миңлеғәли, Фәнүр, апайың Фәнүзә, мырҙаң Мөнир, еңгәң Нәйлә, киленең Айгөл һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: