Все новости

Бәрәкәтле тормошта йәшәргә насип итһен

Лилиә ТАРЗИМАНОВАны юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Бәрәкәтле тормошта йәшәргә насип итһен
Бәрәкәтле тормошта йәшәргә насип итһен

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған киленебеҙ, яратҡан еңгәбеҙ Тарзиманова Лилиә Әнүәр ҡыҙын- 35 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш, уңған, изге йөрәкле, таланттарға бай, туғандарына һәр саҡ ярҙамсыл, яҡты күңелле кеше. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Тәмле бәлештәр, торттар, сәк - сәктәр бешерә. Ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Балаларына дөрөҫ тәрбиә биреү эштәре менән мәшғүл. Төрлө спорт түңәрәктәренә йөрөтә.
Һөйөклөбөҙ, һиңә ныҡлы һаулыҡта, йән тыныслығында, яҡындарыңа йылылыҡ өлгәшеп, изгелек-мәрхәмәткә ҡойоноп, әлегеләй һәр яңы көнгә шатланып, гел шулай әүҙем, көслө рухлы, сабыр, тырыш булып, беҙҙең барыбыҙҙың да ихтирам-хөрмәтен тойоп, балаларығыҙ Рафаэль һәм Элизаның изгелеген күреп, тормош иптәшең, улыбыҙ, туғаныбыҙ Ильяс Шамил улы менән имен һәм бәрәкәтле мул тормошта йәшәргә насип итһен Хоҙай!
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн мәңге йөҙөңдә.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә!

Иң изге теләктәр менән ҡайның Шамил, ҡәйнәң Суфия, апайҙарың Әлиә, Альбина, еҙнәләрең Рөстәм, Рәсил һәм уларҙың балалары Айгөл, Айнур, Азалия, Руфина, Регина.

Автор:
Читайте нас: