Все новости

Байрамың ҡотло, тормошоң бәхетле, донъялар имен булһын!

Минзилә АҠҺАРОВАны юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Байрамың ҡотло, тормошоң бәхетле, донъялар имен булһын!
Байрамың ҡотло, тормошоң бәхетле, донъялар имен булһын!

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле кешебеҙ Минзилә Әнүр ҡыҙы АҠҺАРОВАны күркәм ғүмер байрамы - 55 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормошта бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта, яҡындарың менән бергә, уларҙың ихтирамында йәшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Киләсәктә лә шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, йөҙөңдән йылмайыу китмәһен! Байрамың ҡотло, тормошоң бәхетле, донъялар имен булһын! Көндәрең шатлыҡта, тыныслыҡта үтһен.
Һәр көн һине ҡотлап ҡояш сыҡһын,
Һине наҙлап елдәр иҫһендәр.
Йәшәү матурлығы, йәме булып,
Көн артынан көндәр үтһендәр.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт ауылында йәшәүсе барлыҡ Түләковтар ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас: