Все новости

Өлгөлө, матур ғүмер кисергән пар

Гөлгөнә һәм Рәүеф АБДУЛЛИНДАР ғүмерҙәренең күркәм байрамын билдәләйҙәр.

Өлгөлө, матур ғүмер кисергән пар
Өлгөлө, матур ғүмер кисергән пар

Яҡшымбәт ауылы
Хөрмәтле туғандарыбыҙ Гөлгөнә Юнир ҡыҙы һәм Рәүеф Тимерхан улы АБДУЛЛИНДАР ғүмерҙәренең күркәм байрамын билдәләйҙәр. Уларҙың ғаилә ҡороп, бергә бәхетле йәшәүҙәренә – 25 йыл тулды.
Әле лә өлгөлө пар булып, иңгә-иң терәшеп матур ғүмер кисергән парҙы ғүмер байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ. Икегеҙ ҙә дуҫ-туғандар араһында оло хөрмәткә, ихтирамға лайыҡ кешеләр. Артабан да оҙон йылдар тигеҙлектә, пар ҡанаттарығыҙ ҡайырылмайынса ғүмер итергә яҙһын һеҙгә. Киләсәктә лә туғандарығыҙҙың, дуҫтарығыҙҙың ихтирам-иғтибарын тойоп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәгеҙ! Барлыҡ эшләгән яҡшылыҡ һәм изгелектәрегеҙ сауап булып ҡайтһын, ауырымай-һыҙланмай, оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ!
Киләсәк көндәрегеҙ өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Хоҙай үҙегеҙҙе сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.
Иң изге теләктәр менән апайың Рәхилә, еҙнәң Мәлик Сынбулатовтар.

Автор:
Читайте нас: