Все новости

Һин бит беҙгә бик кәрәк!

Камил БАЯЗИТОВты ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Һин бит беҙгә бик кәрәк!
Һин бит беҙгә бик кәрәк!

Аҡһары ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әтейебеҙ, олатайыбыҙ Камил Биктимер улы БАЯЗИТОВты 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, матур юбилейың көнөндә һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге, яҡты уй-хистәребеҙҙе юллайбыҙ!
Һинең беҙҙең арала булыуың донъябыҙҙы йәмләй, шатлығыбыҙҙы ишәйтә, хәстәребеҙҙе кәметә. Тормош ауырлыҡтарына, һынауҙарына бирешмәй, һәр саҡ сабыр, изге күңелле, кешелекле, оло йөрәкле, алсаҡ йөҙлө булып, именлектә-һаулыҡта, беҙгә терәк-таяныс булып, кәрәк булып, бәхетле булып, оҙон-оҙаҡ ғүмер итеүеңде теләйбеҙ.
Бөтә ауырыу-һыҙлауҙарың артта ҡалһын! Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ, һин булғанға беҙ бәхетле, оло рәхмәт һиңә барса изгелектәрең өсөн!
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмереңдең
Бәрәкәтле, яҡты нурлыһын.
Һинең менән тормош йәмле,
Донъябыҙ ҙа түңәрәк.
Оҙаҡ йәшә бирешмәйсә,
Һин бит беҙгә бик кәрәк!
Иң изге теләктәр менән ҡатның Роза, ҡыҙың Альбина, кейәүең Рөстәм, ейәнең Арсен, ейәнсәрең Эмилия.

Автор:
Читайте нас: