Все новости

Күңелдәге бәхет ҡошо шатлыҡ юрап һайраһын

Камил БАЯЗИТОВты 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Күңелдәге бәхет ҡошо шатлыҡ юрап һайраһын
Күңелдәге бәхет ҡошо шатлыҡ юрап һайраһын

Аҡһары ауылы
Беҙҙең өсөн яҡын һәм ҡәҙерле кешебеҙ, абзыйыбыҙ, бабайыбыҙ Камил Биктимер улы БАЯЗИТОВты 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормошта, бәхетле йәшәүеңде теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшәгеҙ Роза еңгәбеҙ, инәйебеҙ менән. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Һәр ваҡытта шулай алсаҡ, асыҡ күңелле булып ҡал, йөҙөңдән йылмайыу китмәһен. Ошо матур тыуған көнөңдә һиңә рәхмәттәр әйтәбеҙ, беҙҙе аҡыллы кәңәштәреңдән айырмай, оҙон-оҙаҡ бәхетле тормошта йәшәргә яҙһын!
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәтһәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың, һылыуҙарың, мырҙаларың исеменән мырҙаң Шамил, киленең Зөһрә һәм дә уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: