Все новости

Роза еңгәбеҙ менән шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп йәшәргә насип булһын!

Камил БАЯЗИТОВты күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Роза еңгәбеҙ менән шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп йәшәргә насип булһын!
Роза еңгәбеҙ менән шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп йәшәргә насип булһын!

Аҡһары ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған абзыйыбыҙ Камил Биктимер улы БАЯЗИТОВты 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙгә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең – иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, көндәрең – аяҙ, кистәрең – аяҙ, уйҙарың – яҡты, күңелең – тыныс булһын. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле булып, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, Роза еңгәбеҙ менән именлектә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын!
Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә.
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән һылыуың Тәскирә, кейәүең Салауат һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: