Все новости

Бәйләнеште өҙмәйбеҙ

Хөрмәтле Данир Роберт улы!

Бәйләнеште өҙмәйбеҙ
Бәйләнеште өҙмәйбеҙ

Тыуған көнөгөҙ - матур юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле мәлдәргә бай ғүмер, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Һеҙ озак йылдар мәктәп директоры булып эшләп тыуған мәктәбебеҙ өсөн, депутат булараҡ тыуған ауылыбыҙ өсөн күп көс түктегеҙ. Бөгөнгө көндә зур ихтирамға, хөрмәткә лайыҡ ир-егет. Мәктәп һеҙ етәкселек иткән дәүерҙә гөрләп йәшәне, уңыштарға өлгәште. Тормош һынауҙарын лайыҡлы үтә алдыҡ. Бөгөн дә һеҙ яуаплы вазифала. Әммә мәктәп, коллектив менән бәйләнеште өҙмәйһегеҙ. Ҙур рәхмәт, һеҙгә! Артабан да һеҙгә һаулыҡ, уңыштар юлдаш булһын. Байрамығыҙ ҡотло булһын!
Абдул урта мәктәбе коллективы

Автор:
Читайте нас: