Все новости

Гел йөҙөңдә булһын ҡыуаныу

Барлыҡ тәбиғәт йәшеллеккә, шау сәскәгә күмелгән, ҡояш йылы нурҙарын һипкән көндәрҙә улым, абзыйыбыҙ Данир Роберт улы ХӨСӘЙЕНОВтың матур юбилейы.

Гел йөҙөңдә булһын ҡыуаныу
Гел йөҙөңдә булһын ҡыуаныу

Ошо матур байрамы менән ысын күңелдән тәбрик итәбеҙ.
Һине тыуған көнөң менән ҡотлап, иң изге, якты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ: көслө рухлы һәм кешелекле, йомарт һәм ярҙамсыл, бәхетле һәм сәләмәт бул! Уй-теләктәрең тиң, тыуар таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын! Тормошобыҙға йәм өҫтәп, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген күреп Лена килен, еңгә менән матур тормошта йәшәргә яҙһын Хоҙай! Оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, ҡоростай сәләмәтлек теләйбеҙ.
Тағын бер йыл өҫтәлһә лә һиңә,
Ул йыл һине тағы ла йәшәртһен.
Нурын һибеп көләс йөҙҙәреңә
Гел шат итеп кенә йәшәтһен.
Ташламаһын һине бер ҡасан да
Бәхет менән тулы йылмайыу.
Урап үтһен һине ҡайғы-хәсрәт,
Ә йөҙөңдә булһын ҡыуаныу.
Иң изге теләктәр менән әнейең, туғандарың Камил, Зөлфирә, Дания, Ғафур, Дальмира, Рөстәм һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: