Все новости

Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле

Данир Роберт улы ХӨСӘЙЕНОВты 60 йәшлек күркәм ғүмер байрамы, юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле
Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле

Яҡыныбыҙ беҙҙең булдыҡлы ғаилә башлығы, хәстәрлекле әтей, ейәндәре өсөн яратҡан ҙурәтей, таянырлыҡ ағай, көслө ихтыярлы тәүәккәл шәхес.
Ҡәҙерле кешебеҙ, һиңә булған теләктәребеҙҙең иң мөһиме — алдағы ғүмер йылдарыңда тормош юлдарын именлектә, һау-сәләмәт булып, бәхетле көндәрҙә, шатлыҡ менән үтергә яҙһын! Йәшәү дәртен һүндермәй, ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, яҡындарыңдың шатлыҡтарын уртаҡлашып, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең иғтибарын һәм ихтирамын тойоп, беҙҙе һөйөндөрөп оҙон-оҙаҡ йәшә!
Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ,
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш, борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, улдарың Раил, Нияз, ҡыҙың Ильнара, килендәрең Наилә, Рания, ейән-ейәнсәрҙәрең Искәндәр, Данияр, Дилара,Тимерйән, Динислам.

Автор:
Читайте нас: