Все новости

Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәрҙе ҡабул итегеҙ

Данир ХӨСӘЙЕНОВты ҡотлайбыҙ!

Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәрҙе ҡабул итегеҙ
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәрҙе ҡабул итегеҙ

Көйөргәҙе районы муниципаль районының Яҡшымбәт ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Данир Роберт улы ХӨСӘЙЕНОВты матур, күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Данир Роберт улы! Ысын күңелдән Һеҙгә оҙаҡ йылдарға етәрлек көс, күңелегеҙ менән йәш булып ҡалыуығыҙҙы, оҙон һәм әүҙем ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға именлек теләйбеҙ. Алдағы тормошоғоҙҙа башҡарған эшегеҙҙең яҡшы һөҙөмтәләрен күреп, юғарыраҡ уңыштарға өлгәшеп эшләргә насип булһын. Тормош һынауҙарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, яҡындарығыҙ изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Киләсәк көндәрегеҙ яҡты, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай булһын.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош -
Беҙҙең һеҙгә әйтер теләктәр.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һеҙгә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре

Автор:
Читайте нас: