Все новости

Яҡындарыңдың изгелектәрен күреп йәшәргә насип булһын

Филюз ВАХИТОВты ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Яҡындарыңдың изгелектәрен күреп йәшәргә насип булһын
Яҡындарыңдың изгелектәрен күреп йәшәргә насип булһын

Ялсыҡай ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ - Филюз Ғәлләметдин улы ВАХИТОВты матур ғүмер байрамы - 55 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Яҡыныбыҙға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон бәхетле ғүмер, аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, иҫәнлек-һаулыҡта ғүмер итеп, ҡайғы-хәсрәт күрмәй оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле терәгебеҙ булып, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын. Иртәләрең - ҡояшлы, көндәрең - аяҙ, кистәрең - айлы, уйҙарың - яҡты, күңелең тыныс булһын.
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән апайың, абзыйың, еңгәң һәм барлыҡ туғандарың.

Автор:
Читайте нас: