Все новости

Тормош һуҡмағынан ғорур атла

Дилбәр ЙӘМИЛОВАны байрамы менән ҡотлайбыҙ!

Тормош һуҡмағынан ғорур атла
Тормош һуҡмағынан ғорур атла

Яманһары ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ Дилбәр Ришат ҡыҙы ЙӘМИЛОВАны йәшлегенең күркәм юбилей байрамы менән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, һәр ваҡыт шулай тырыш, уңған, алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл, аҡыллы булып ҡал. Тормошоң сағыу буяуҙарҙан торһон һәм дә барлыҡ уй-хыялдарың, теләктәрең тормошҡа ашһын! Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы һәм изге күңелле кешеләр булһын.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә бөгөн бүләк итәһе.
Доньялағы матур һүҙҙәрҙең дә
Иң йылыһын һиңә әйтәһе.
Тормош һуҡмағынан ғорур атла,
Ҡаршылыҡтар булһа, туҡтама.
Һау-сәләмәт булып, оҙаҡ йәшә,
Яҡындарың менән йәнәшә.
Бәхеттәрең булһын ғүмерле, ғүмерҙәрең булһын бәхетле!
Иң изге теләктәр менән атайың, әнәйең, мырҙаң Айтуған.

Автор:
Читайте нас: