Все новости

Ғүмер юлың пар ҡанатлы үтһен

Тамара АҠСУРИНАны ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ғүмер юлың пар ҡанатлы үтһен
Ғүмер юлың пар ҡанатлы үтһен

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле ҡыҙыбыҙТамара Рәкит ҡыҙы АҠСУРИНАны 50 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ярҙамсыл, тырыш булған һөйөклөбөҙ бар күңел йылыһын һәм хәстәрлеген беҙгә, яҡындарыңа өләшеп, башҡаларға үрнәк булып, матур ғүмер юлы үтә.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, тигеҙ тормош, оҙон ғүмер, бәхеттәр генә теләйбеҙ! Көндәрең шатлыҡ менән үтһен, ғүмер юлың оҙон булһын, ҡайғы хәсрәт күрмәй, беҙгә терәк булып, кәрәк булып йәшәргә яҙһын. Фәрештә кеүек һәр ваҡыт барыбыҙға ла ярҙам итергә әҙер генә тораһың. Һиңә барыһы өсөн дә рәхмәт! Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле булып, кейәүебеҙ Фидаил менән йәшәүҙән йәм табып, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, кәңәшсебеҙ, йәшәйешебеҙҙең яҡты нуры булып, донья рәхәтлектәрен кисереп бәрәкәтле мул тормошта йәшә лә йәшә ҡәҙерлебеҙ!
Иртәләрең – ҡояшлы, көндәрең – аяҙ, кистәрең – аяҙ, уйҙарың –яҡты, күңелең – тыныс булһын.
Ғүмер юлың пар ҡанатлы үтһен,
Өҫтәлеңдә һыйҙар мул булһын.
Тормоштағы ҡылған изгелегең
Үҙеңә ҙур бәхет булып ҡайтһын.
Беҙҙән теләк һәр саҡ яҡты һиңә,
Шатлыҡ ҡына, гел изге,
Туғандарың менән гөр килешеп,
Һау-сәләмәт йәшә ғүмереңде.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән әтейең Рәкит, әнейең Гәүһәр.

Автор:
Читайте нас: