Все новости

Тормош юлығыҙ бәхетле миҙгелдәргә бай булһын

Гүзәлиә ЗЫЯНБАЕВА бөгөн үҙенең матур юбилейын билдәләй!

Тормош юлығыҙ бәхетле миҙгелдәргә бай булһын
Тормош юлығыҙ бәхетле миҙгелдәргә бай булһын

Күмертау ҡалаһы
Йәмле ҡояшлы йәй көнөндә хөрмәтле уҡытыусыбыҙ, класс етәксебеҙ Гүзәлиә Фәрит ҡыҙы ЗЫЯНБАЕВА үҙенең матур юбилейын билдәләй!
Гүзәлиә Фәрит ҡыҙы, һеҙҙе күркәм байрамығыҙ менән ҡотлап иң матур, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Һеҙҙең иңдәрегеҙҙә оло яуаплылыҡ! Үҫеп килгән быуындың яҡты киләсәге өсөн уҡытыусы булыу яҙмышын һайлағанһығыҙ!Яңынан-яңы пландар, идеялар менән янып йәшәйһегеҙ һәм уларҙы тормошҡа ашырыуҙа арымай-талмай хеҙмәт итәһегеҙ. Һеҙ матур кәңәштәрегеҙ, хәстәрлегегеҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, фиҙакәр хеҙмәтегеҙ һәм сыҙамлығығыҙ менән абруйлы!
Һеҙгә именлек, һаулыҡ, ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Тормош юлығыҙ бәхетле миҙгелдәргә бай булһын. Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешеп, барлыҡ теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашырып, йәшәү дәртегеҙҙе һүндермәй, тормош юлынан ғорур атлағыҙ! Эшегеҙҙә уңыштар, яңы- яңы үрҙәр, талантлы балалар, татыу коллектив, ныҡлы тыл насип булһын. Беҙ Һеҙҙе яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ!
Балаларығыҙҙың изгелектәрен күреп, тормош иптәшегеҙ менән иңгә-иң терәшеп, оҙон-оҙаҡ бәхет-шатлыҡтарға ғына төрөнөп йәшәргә яҙһын. Матур юбилейығыҙ ҡотло булһын!
Ҡарашыңда яҡты ҡояш нуры,
Һүҙҙәреңдән йәнгә йылы тама.
Йылдар үтәр... Әммә уҡытыусы һүҙе
Маяҡ булып күңелдәрҙә ҡала.
Бала күңелен теүәл аңлап, тойоп,
Иң кәрәкле һүҙҙәр әйтәһегеҙ.
Тормош һуҡмағында ҡыйынлыҡты
Ғорур үткәрергә өйрәтәһегеҙ.
Үҡытыусы - белем генә түгел,
Ғилем генә түгел, күпкә ҙурыраҡ!
Маяҡ булып балҡыр һеҙҙең ҡараш,
Атлағанда тормош юлы буйлап!
Иң изге теләктәр менән Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатының 5 б шайморатовсылар класы уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре.

Автор:
Читайте нас: