Все новости

Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын

Рита МИҺРАНОВАны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле ҡыҙым, апайыбыҙ, инәйебеҙ Рита Наил ҡыҙы МИҺРАНОВАны 45 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Әсәйебеҙ өсөн тәүге ҡыуаныс, баш бала булараҡ уң ҡанаты, ҙур ярҙамсыһы булһа, һылыуы, мырҙаһы өсөн терәк таяныс ул. Һәр ауырлыҡтарҙы еңеп сығарлыҡ көс бар апайыбыҙҙа. Алтын ҡулына, татлы теленә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Дуҫтары ла бик күп уның, хөрмәт, иғтибар итәләр үҙен. Тәүәккәл, көслө ихтыярлы булыуыңа һәм дөрөҫлөктө яратыуыңа ғорурланабыҙ. Киләсәктә лә йәшлек дәртен һүндермәй ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, тормош иптәшең Айнур менән яҡындарыңдың һәм балаларыңдың шатлыҡтарын уртаҡлашып, изгелектәре күреп, уларға терәк булып бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Юбилейың менән ҡотлап алдағы тормошоңда ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, күңел көрлөгө, эшеңдә уңыштар теләйбеҙ.
Күпме булһа ерҙә изге теләк-
Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән әсәйең Рәйфә, һылыуың Айгөл, мырҙаң Рәмил, кейәүең Рөстәм һәм Наҙгөл менән Алһыу.

Автор:
Читайте нас: