Все новости

Апайлы булыуыбыҙға шөкөр ҡылабыҙ

Зөлфиә ЙОСОПОВАны еләк сағы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Апайлы булыуыбыҙға шөкөр ҡылабыҙ
Апайлы булыуыбыҙға шөкөр ҡылабыҙ

Көйөргәҙе районы Яңы Таймаҫ ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә Өфө ҡалаһының Чесноковка ауылында ғүмер итеүсе ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ Зөлфиә Миңлеғужа ҡыҙы ЙОСОПОВАны күркәм юбилейы - еләк сағы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Яҡыныбыҙ беҙҙең ҙур ғаиләнең йәме. Ул ҡурсаҡ кеүек матур, бал ҡортондай уңған, тырыш, йыһандай киң күңелле, алсаҡ кеше. Шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштереп, бөгөнгө көндә массажист булып эшләп йөрөй. Ҡыҙыбыҙ һәр саҡ камиллыҡа ынтыла, психология, педагогика менән ҡыҙыҡһына, яңыраҡ писхолог һөнәренә уҡып сығып, диплом алды. Йога, бейеү менән дә шөғөлләнә ул. Йомарт, аҡыллы, изгелекле ҡыҙыбыҙ дуҫ-иштәренә, туғандарына, беҙгә ышаныслы терәк, кәңәшсе лә. Тормош иптәше Илшат кейәү менән тырышып донъя көтәләр, Булат, Ильяс, Инсаф исемле баһадир улдар үҫтерәләр. Уларҙың йорттары иркен, ишектәре барыһына ла асыҡ. Үҙҙәре ихлас, ҡунаҡсыл булғанға ла, һәр кем уларға һыя. Улар һәр ваҡыт күмәкләшеп ата-әсәйҙәре янына ҡайтып, ярҙам итергә лә ваҡыт табалар. Шундай булдыҡлы, уңған ҡыҙлы, апайлы булыуыбыҙға, Хоҙай Тәғәләгә шөкөр ҡылабыҙ...
Ҡәҙерле Зөлфиә ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙҙы тыуған көнө менән ихлас ҡотлап, күңел түрендәге иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәреңдә уңыштар, яҡындарыңдың иғтибарына, ихтирамына төрөнөп, бәхетле оҙон-оҙаҡ ғүмер итергә яҙһын. Ҡылған изгелектәрең үҙеңә ҡыуаныс булып ҡайтһын, барлыҡ теләктәрең тормошҡа ашһын! Беҙ һине яратабыҙ!
Ҡотлау менән әтейе, әнейе, апай-һылыуҙары, еҙнә-кейәүҙәре, ҡустылары, һеңлеләре.

Автор:
Читайте нас: