Бәхеттәрең булһын ғүмерлек

Рәзифә ЙӨҘӨМБАЕВАны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Бәхеттәрең булһын ғүмерлекБәхеттәрең булһын ғүмерлек
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ Рәзифә Юнир ҡыҙы ЙӨҘӨМБАЕВАны күркәм байрамы – 50 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һиңә аяҙ күк йөҙө, аҡ бәхеттәр, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
Һәр беребеҙгә терәк – таяныс булған оло йөрәкле, көслө рухлы, сабыр, аҡыллы, беҙҙе яратҡан тоғро ҡатын да, ғәзиз әсә лә, ихтирамлы ҡәйнә лә, тыуған йортобоҙҙоң йәме лә һин бит! Беҙгә тигеҙ итеп өләшкән йөрәк йылың, ҡайнар мөхәббәтең, бөтмәҫ хәстәрлегең, сабырлығың өсөн ҙур рәхмәт һиңә!
Киләсәк көндәрҙә тормошто яратып, беҙҙең тарафтан гел рәхмәт һүҙҙәре ишетеп, ҡәҙер–хөрмәтебеҙгә төрөнөп, ауырлыҡтарға баш эймәй, ҡайғы – хәсрәттәр күрмәй, тик шатлыҡтарға ғына күмелеп бәхетле парлы ғүмер кисерергә яҙһын.
Йәйҙәр генә бүләк итәлер ул
Был доньяға һиндәй заттарҙы.
Рәхмәттәргә ҡушып ҡабул итсе
Йөрәктәге барлыҡ наҙҙарҙы.
Сабыр ҙа һин, оло йәнле лә һин,
Ҡылғандарың бары изгелек.
Шатлыҡтарҙан торһон һәр бер көнөң,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Илһам, улың Денис, киленең Раушания, ҡыҙың Дания.

Автор:
Читайте нас