Ҡотлоюл ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ, еңгәбеҙ Наилә Абдулғани ҡыҙы ЙОСОПОВА күркәм ғүмер байрамын - 80 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һинең ғүмер юлың һәр кемгә үрнәк булырлыҡ.
Беҙҙе балаларыңды ҡәҙерләп үҫтереп, яратып, һөйөп, әсәләргә хас булған наҙларыңды биреп үҫтергәнең өсөн ҙур рәхмәт. Һин беҙҙең өсөн таянысыбыҙ, ышанысыбыҙ, кәңәшсебеҙ, йәшәү өлгөбөҙ.
Беҙ белгәнебеҙҙән бирле гел кешеләргә изгелекле булып, шәфҡәтлелек үрнәге күрһәтеп йәшәнең, шуға ла һине барыһы ла ихтирам итә. Өйөбөҙҙән бер ваҡытта ла кешеләр өҙөлмәне. Барыһын да яҡты йөҙ, тәмле ризыҡтар менән ҡаршы алдың, барыһына ла ҡулыңдан килгәнсе эшең менән дә, кәңәшең менән дә ярҙам иттең. Тормошобоҙ һәр ваҡыт йәмле, ризыҡлы булды.
Әле лә оло йәшегеҙгә ҡарамаҫтан Марс ағай менән матур итеп беҙҙе шатландырып донъя көтәһегеҙ.
Беҙ килгәндә шатланып ҡаршы алаһығыҙ, хөрмәт итәһегеҙ. Был барыбыҙ өсөн дә ҙур бәхет, шуға шөкөр итәбеҙ. Барыһы өсөн дә рәхмәттәр әйтәбеҙ.
Аллаһы Тәғәлә биргән ғүмер эсендә иҫән-һау булып, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡтарын, изгелектәрен күреп, беҙгә ҡыуаныс, ышаныс, терәк булып оҙаҡ ғүмер итегеҙ. Һау-сәләмәт булып, шатлыҡтарға һөйөнөп йәшәргә яҙһын.
Һин булғанға, әсәй, беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ.
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Оҙон ғүмер һиңә теләйбеҙ!
Байрамыңда иңдәреңдән ҡосоп,
Килә һине ҡотлап үтәһе,
Килә һиңә бәхет кенә теләп
Матур һүҙҙәр генә әйтәһе.
Иң изге теләктәр менән балаларың Гөлнара, Лилиә, Булат, ейән-ейәнсәрҙәрең Аида, Искәндәр, Дамир, Радмир, Әмир, киленең Светлана, кейәүең Георгий. Теләктәргә ысын күңелдән ҡушылалар тормош иптәшең Марс Ғайзулла улы һәм туғандарың.