Бәләкәй Муса ауылы
Һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Әлимә Батырхан ҡыҙы БӨРКӨТОВАны 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлап иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерле кешебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Шулай уҡ ҡәҙерле атайыбыҙ, ҡартатайыбыҙ Ҡорбанғәли Мәхмүт улы менән һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Әлимә Батырхан ҡыҙы БӨРКӨТОВТАРҙы иңгә-иң терәшеп, бергә ғүмер кисереүҙәренә 50 йыл тулыу менән дә тәбрикләйбеҙ.
Яҡындарыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар, балаларының, туғандарының ҡәҙер-хөрмәтен, иғтибарын, һөйөүен күреп, бәрәкәтле, имен тормошта бәхетле оҙон ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ!
Алдағы тормошоғоҙ ҙа яҡты, аяҙ көндәрҙән, шатлыҡтарҙан ғына торһон. Беҙ һеҙҙе ныҡ итеп яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, барыһы өсөн дә рәхмәтлебеҙ! Бала саҡтан ел-дауылдан һаҡлап, тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙығыҙ. Алла бирһә, киләсәктә лә иңгә-иң терәшеп, балаларығыҙ, 8 ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, 4 бүлә-бүләсәрҙәрегеҙ менән бергә оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Беҙҙең өсөн һәр саҡ үрнәк һеҙ!
Әсәй бит ул - өйҙөң йылыһы,
Атай - донъя терәге.
Атай менән әсәй бергә булһа,
Тыныс була бала йөрәге.
50 йыл иңде-иңгә ҡуйып,
Бергә тартып тормош арбаһын
Бер-берегеҙҙе һөйөп, беҙгә үрнәк булып
Һәр саҡ туры юлдан барағыҙ.
Сәләмәтлек ташламаһын һеҙҙе,
Һәр бер көнөгөҙ үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һеҙгә ҡартлыҡта.
Иң изге теләктәр менән балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, бүлә-бүләсәрҙәрегеҙ.