Ҡотлоюл ауылында йәшәүсе беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙҙе кейәүем Илдус һәм ҡыҙым Айгөл АҠҺАРОВТАРҙы 50 йәшлек юбилейҙары менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ, киләсәктә һезгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон бәрәкәтле ғүмер, парлы, барлы, бәхетле тормош теләйбеҙ. Утыҙ йылға яҡын бергә, матур татыу ғүмер итәһегеҙ, бер ҡыҙ, бер ул үҫтерҙегеҙ, уларҙы укытып, оло юлға аяҡҡа баҫтырҙығыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы ҡайғының да иң ауырын күрҙегеҙ, улығыҙҙы юғалттығыҙ, ошо ауыр ваҡытты ла һеҙ бергә үткәрҙегеҙ. Илдус кейәүемдең ярҙам итмәгән кешеһе ҡалмағандыр тирә якта, "Искра" колхозында мал ҡараусы булып, оҙаҡ йылдар тырышып эшләй, эшендә уңыштар теләйбеҙ. Айгөл ҡыҙым аш-һыуға оҫта, уның бәлеш, торттарын тәмләп ҡарамаған кеше ҡалмағандыр.
Иң изге теләктәр һеҙҙең өсөн! Ҡыҙығыҙ Айһылыу, Динар кейәүегеҙ, ейәнсәрегеҙ Алтынай, ейәнегеҙ Данияр һәм бәләкәс Урал менән бергәләп, оҙон бәрәкәтле, бәхетле ғүмер кисерегеҙ, һау-сәләмәт булығыҙ, туғандарығыҙға кәрәк, балаларығыҙға терәк-таяныс булығыҙ, беҙ һеҙҙе яратабыҙ.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Насип булһын һеҙгә ғүмергә.
Ҡотлау менән әнәйең, ҡәйнәң Хәзисә, апайың, ҡәйенбикәң Асия, авзыйҙарың, ҡайнағалырың Айҙар, Илдар, еңгәгеҙ Әлиә.